

25 декабрҙә кисен Һамар – Өфә – Силәбе автомобиль юлының 1325-се саҡрымында, Туймазы районында, көслө авария теркәләгән.
Республиканың ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, “Исузу” һәм “Шеврале Клау” автомобилдәре бәрелешкән.
“Шеврале Клау” автомобилендәге пассажир ҡатын ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем үк һәләк булған, 12 йәшлек малай менән водитель дауаханаға оҙатылған.
Авария сәбәбе асыҡлана.
Хөрмәтле водителдәр, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ! Үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуймағыҙ, юл хаталарҙы ғәфү итмәй...
Фото: @bash_gibdd