

Һауа шарттары насар булыу сәбәпле (көслө ҡар, буран, ҡар һырынтылары) Башҡортостан Республикаһының төбәк әһәмиәтендәге дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлдары участкаларында йөк һәм пассажирҙар транспорты өсөн хәрәкәт сикләүҙәре индерелде:
- Өфө – Инйәр – Белорет 67–205-се километрҙа (Архангел, Белорет райондары)
- Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск 218–249-сы километрҙа (Белорет районы)
- Белорет – Учалы – Мейәс 2–99-сы километрҙа (Белорет, Учалы райондары).
Хәрәкәтте сикләүҙең яҡынса тамамланыу ваҡыты - 27 декабрь 09.00 сәғәткә тиклем. Хәрәкәтте сикләүҙең тамамланыу ваҡыты насар һауа шарттары дауам иткән осраҡта оҙайтылыуы ла ихтимал.
Автор фотоһы.