Хәүефһеҙлек
26 Декабря 2023, 16:00

Юғалған ҡатынды ят фатирҙа табалар...

Үҙен нимә көткәнен белмәйенсә, ул бында танышы менән осрашыуға килә...

Юғалған ҡатынды ят фатирҙа табалар...Юғалған ҡатынды ят фатирҙа табалар...
Юғалған ҡатынды ят фатирҙа табалар...

Был ҡанлы ваҡиғаға бер йылдан ашыу ваҡыт үткәс, кеше үлтереүсегә хөкөм ҡарары сығарылды. 2022 йылдың ноябрендә Өфөлә 34 йәшлек Гөлназдың юғалыуы тураһында хәбәр таралғайны... Ул әсәһенең өйөнән кис сығып, таксиға ултырып китә. Тиҙҙән ҡайтырмын тиһә лә, артабанғы көндәрҙә унан бер ниндәй ҙә хәбәр булмай. Тағы ла бер нисә көндән һуң уның үле кәүҙәһен бер фатирҙа табалар...

Был ваҡиға буйынса тикшереүселәргә тәүҙә бер нәмә лә аңлашылмай, сөнки был фатир бер нисек тә ҡатын менән бәйле түгел, уның бында ниңә килгәнлеге лә аптырашта ҡалдыра. Тимәк, ул кем менәндер осршаҡан. Тик кем менән? Һорауҙар күп була.

Тикшереү яйлап енәйәтсегә алып килә: декабрь айында 34 йәшлек шикле әҙәмде ҡулға алалар. Аңлашылыуынса, ҡатын шул кеше менән осрашыуға килгән. Байрам табыны ҡорғандар, шунан Гөлназ ирҙән бурысҡа биргән аҡсаһын һораған. Был хәбәр ирҙе ярһытып ебәргән: ул ҡатынды туҡмап, көсләп, быуып үлтергән дә, уны фатирҙа ҡалдырып сығып ҡасҡан. Һуңынан тотолғас, ир яман ҡылығын таныған. Төрлө дәрәжәләге енәйәттәре өсөн электән дә суд алдында бер нисә тапҡыр яуап тотҡан әҙәм икәнен, бәлки, ҡатын белмәгәндер ҙә.

2023 йылдың 25 декабрендә, бер йылдан күберәк ваҡыт үткәс, енәйәтсегә хөкөм ҡарары сығарылған: суд уны 19 йылға иркенән мәхрүм  иткән.

Фото:социаль селтәрҙән.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас