Хәүефһеҙлек
27 Декабрь 2023, 15:00

Баймаҡ районынан 48 йәшлек водитель һәләк булған

Ә ике пассажиры... 

Баймаҡ районынан 48 йәшлек водитель һәләк булғанБаймаҡ районынан 48 йәшлек водитель һәләк булған
Баймаҡ районынан 48 йәшлек водитель һәләк булған

Республиканың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, авария көндөҙгө сәғәт дүрттә Бәләбәй – Николаевка – Туймазы автомобиль юлының 3-сө километрында, Бәләбәй районында, теркәлгән. “Ford Focus” менән Удмурт “Mitsubishi Fuso” йөк машинаһы бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә “Ford Focus” автмобиленең рулендә булған Баймаҡ районынан 48 йәшлек водитель ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе вафат булған. Уның ике пассажиры, ир-егеттәр, дауаханаға оҙатылған. “Mitsubishi Fuso” йөк машинаһы рулендә Удмурд Республикаһынан килгән 52 йәшлек водитель булған.

Авария сәбәптәре асыҡлана.

Хөрмәтле водителдәр, был донъяла бер ҡайҙа ла ашығырға ярамай. Ашығыуҙар яңлышыуҙарға илтә...

Фото: @bash_gibdd

Баймаҡ районынан 48 йәшлек водитель һәләк булған
Баймаҡ районынан 48 йәшлек водитель һәләк булған
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас