

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 26 декабрҙә кис Ишембай районының Кинйәбулат ауылында янғын булған.
Ваҡиға урынына беренсе булып ирекле янғын һүндереүселәр ярҙамға килеп етә. Ут ҡатлы йортто ялмап алған була. Янғын һүндергән саҡта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1953 йәшлек ҡатындың йәнһеҙ кәүҙәһен табалар.
Бөгөн төндә иһә Иглин районының Иван-Казанка ауылында 9х6 метр ҙурлығындағы ағас йорт янған. Янғын һүндереүселәр хәбәр итеүенсә, утта 1954 йылғы инвалид ир һәләк булған.
Ике осраҡ буйынса ла тикшереү эштәре алып барыла.
Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ! Йоҡлар алдынан бөтә электр приборҙарын һүндерегеҙ, электр селтәренә артыҡ көсөргәнеш бирмәгеҙ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Тәмәке тартһаң, уның төпсөгөн көл һауытына йәки һыу һалынған банкаға һалығыҙ. Йортҡа янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡорамал ҡуйығыҙ, ул да һеҙҙе ҡотҡарасаҡ!
Фото: mchsrb