Хәүефһеҙлек
29 Декабрь 2023, 15:00

Егет ғаиләһенең именлеге өсөн ҡурҡа

Үҙен “главный” тип танытҡан кеше аҡсаның килмәүен һәм тағы ла 50 мең һум күсереү кәрәклеген белдерә...

Егет ғаиләһенең именлеге өсөн ҡурҡаЕгет ғаиләһенең именлеге өсөн ҡурҡа
Егет ғаиләһенең именлеге өсөн ҡурҡа

Мунса менән тормошта бик ҡыҙыҡлы, күңелле хәл-ваҡиғалар бәйләнгәнен ишеткәнебеҙ бар, әммә быныһы һис тә ҡыҙыҡ түгел. 21 йәшлек егет декабрь урталарында таныштары менән Салауат ҡалаһындағы сауналарҙың береһендә ял итә.

Бер аҙнанан һуң уға шылтыраталар. Үҙен сауна директоры итеп танытҡан ир аҡса күсереү тураһында транзакция үтмәүен белдерә һәм өс операция менән унар мең һум аҡса күсереүҙе һорай.

Саунаны ҡуртымға алған өсөн танышы иҫәпләшкән булғанлыҡтан, егет аҡса күсереүҙән баш тарта. Шылтыратыусының  уның бөтә персональ мәғлүмәттәрен, ҡайҙа эшләгәнен, ҡатынын, балаһын яҡшы белеүе асыҡлана. Егет ғаиләһенең именлеге өсөн ҡурҡыуға төшә һәм енәйәтсегә 31 мең һум аҡса күсерә. Ике сәғәттән һуң тағы ла таныш  булмаған, үҙен “главный” тип танытҡан кеше аҡсаның килмәүен һәм тағы ла 50 мең һум күсереү кәрәклеген белдерә. Егет шул саҡта ғына үҙен мут кешеләр тоҙағына эләгеүен аңлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә.

Ошондай уҡ “тоҙаҡҡа” ҡаланың 38 йәшлек ире лә эләгә. Был ваҡиға ла декабрь айында урындағы сауналарҙың береһендә була. Үҙен сауна директоры тип танытҡан әҙәм саунаны ҡуртымға алған өсөн түләүҙең үтмәүен һәм касса аппаратының ватылыуын хәбәр итә. Һөҙөмтәлә енәйәтсегә 24 мең һум аҡса күсерелә.

– Әлеге ваҡытта ваҡиғаны тикшереү эше бара, – тип хәбәр итә Рәсәй Эске эштәр министрлығының  Салауат ҡалаһы буйынса бүлек хеҙмәткәре Зилә Кинйәкәева һәм халыҡты уяу булырға саҡыра. – Түләү үтмәне, касса аппараты эшләмәй, тип аҡса күсереүҙе, зыянды ҡаплатыуҙы талап итһәләр, ышанмағыҙ! Аҡса күсермәгеҙ, мунса етәкселегенә шылтыратып, хәлде белешегеҙ, – тип кәңәш бирә ул.

Фото:akvapark-fentazi.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас