Хәүефһеҙлек
29 Декабрь 2023, 14:00

Ҡот осҡос хәл - республика юлдарында бөгөн биш кеше һәләк булды

Бер юлы дүрт автомобиль бәрелешкән.

Ҡот осҡос хәл - республика юлдарында бөгөн биш кеше һәләк булдыҠот осҡос хәл - республика юлдарында бөгөн биш кеше һәләк булды
Ҡот осҡос хәл - республика юлдарында бөгөн биш кеше һәләк булды

Республика ЮХХДИ идаралығы хеҙмәткәрҙәре хәбәр итеүенсә, 29 декабрҙә Илеш районында иртәнге сәғәт биш тирәһендә М-7 “Волга” автомобиль юлының 1180-се километрында ҡурҡыныс авария булған. “ВАЗ-2113” автомобиле менән "Nissan Almera" бәрелешкән.

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә “Волга-2113” автомобиле – Дүртөйлө районынан 27 йәшлек егет һәм уның пассажиры алған йәрәхәттәренән вафат булған. “Nissan Almera” автомобиле водителе – Нижегород өлкәһенән 51 йәшлек егеткә табиптар медицина ярҙамы күрһәткән.

Шулай уҡ бөгөн Иглин районында ла фажиғәле хәл теркәлде. Мәғлүм булыуынса, авария көндөҙгө сәғәт ун берҙә М-5 “Урал” трассаһының 1540-сы километрында була.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Томск өлкәһенән 46 йәшлек водитель идара иткән “Volkswagen Tiguan” һәм Силәбе өлкәһенән 38 йәшлек водитель идара иткән “Mitsubishi Lancer” автомобилдәре бәрелешкән.

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә “Mitsubishi Lancer” автомобилендәге 49 йәшлек пассажир ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе вафат була. Ике водитель дә дауаханаға оҙатылған. Ваҡиға урынында Дәүләт автоинспекцияһы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре эшләй.

Шулай уҡ бөгөн Ҡариҙел районында тағы ла бер авария теркәлгән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Ҡариҙел районының Яугилде ауылында – Бөрө - Таҙтүбә - Һатҡы автомобиль юлының 66-сы километрында бер юлы дүрт еңел автомобиль бәрелешкән: “Лада Ларгус”, “Лада Гранта”, “Тойота Камри” һәм “Тойота Королла”.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “Лада Ларгус” автомобилендәге ике кеше һәләк була, “Тойота Камри” автомобилендәге өс кеше йәрәхәтләнә, дауалау учреждениеһына оҙатыла.

Бер көндә биш кешенең аварияла һәләк булыуы ҡот осҡос хәл бит. Кем ғәйепле? Яңы йыл алдынан күпме ғаиләләргә ҡайғы килде... Был рулгә ултырған һәр водителде уйға һалырға тейеш түгелме? 

Хөрмәтле водителдәр, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, һауа шарттарын иҫәпкә алып тиҙлек режимын һаҡлағыҙ, ҡабаланмағыҙ, эскән килеш рулгә ултырмағыҙ!

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ял һәм байрам көндәрендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре көсәйтелгән режимда эшләйәсәк, даими рейдтар ойоштороласаҡ.

Фото: @bash_gibdd, скриншот, mchsrb.

.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас