Хәүефһеҙлек
30 Декабря 2023, 09:00

Юлда йәнә фажиғә

Тағы ике кешенең ғүмере өҙөлдө...

Юлда йәнә фажиғәЮлда йәнә фажиғә
Юлда йәнә фажиғә

Бөгөн 11 сәғәт тирәһендә Учалы районында Белорет – Учалы - Мейәс юлының 106-сы километрында юл һәләкәтендә ике кеше һәләк булған. Республика дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, “Renalt” маркалы фургон һәм уға ҡаршы елеүсе “ВАЗ-2110” автомобиле бәрелешкән.

Ҡапма-ҡаршы бәрелешеү көслө була, һөҙөмтәлә еңел автомобилдәге пассажир тиҙ ярҙам килгәнсе үк һәләк була. Водитель ҡатын дауаханаға алып китеп барғанда вафат була. Фургон водителенә медицина ярҙамы кәрәкмәй. Ваҡиға урынында дәүләт автоинспекцияһы һәм башҡа экстрен хеҙмәттәр эшләй, авария сәбәптәре асыҡлана.

Хөрмәтле водителдәр, юлдарҙа тиҙлек режимын һаҡларға, юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, иғтибарлы булырға саҡырабыҙ!

Фото: Госавтоинспекция.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас