Хәүефһеҙлек
31 Декабрь 2023, 17:50

Аварияла ғаилә һәләк булды

Авария Белорет районында теркәлгән 

Аварияла ғаилә һәләк булдыАварияла ғаилә һәләк булды
Аварияла ғаилә һәләк булды

Республика ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн Белорет - Инйәр - Өфө автомобиль юлының 175-се километрында "Лада Гранта" менән "Chevrolet Niva" автомобилдәре бәрелешеүе һөҙөмтәһендә "Лада Гранта"лағы ғаилә һәләк булған - ир һәм ҡатын, бәлиғ булмаған бала. 

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, "Лада Гранта" водителе боролошта идараны юғалта һәм ҡаршы килгән автомобилгә бәрелә.

Юл-транспорт ваҡиғаһы урынына республика ЮХХДИ идаралығы етәксеһе лә сыҡты.

Хөрмәтле юлсылар, водителдәр, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәгеҙ! Әлеге ваҡытта юлдарҙа ҡар, боҙлауыҡ, был хәүефте ике тапҡырға арттыра - һаҡ булығыҙ.

Фото: республика ЮХХДИ идаралығынан. 

Аварияла ғаилә һәләк булды
Аварияла ғаилә һәләк булды
Аварияла ғаилә һәләк булды
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас