Хәүефһеҙлек
2 Ғинуар 2024, 09:00

238 тапҡыр йорттарға фажиғә килде

Былтыр нисә янғынды балалар сығарған? 

238 тапҡыр йорттарға фажиғә килде238 тапҡыр йорттарға фажиғә килде
238 тапҡыр йорттарға фажиғә килде

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы 2023 йылға йомғаҡтар яһаны. Күңелһеҙ статистикала һәр ваҡыттағыса янғындар тәүге урындарҙы биләй.

Былтыр республикала 10658 янғын теркәлгән. Уларҙы федераль, республика, объектлы янғын-ҡотҡарыу подразделениелары һәм ирекле янғын һүндереү командалары һүндергән. 2022 йыл менән сағыштырғанда янғындар һаны 223 осраҡҡа кәмегән.  

Ә бына һәләк булғандар артҡан – 238 кеше. 2022 йыл менән сағыштырғанда биш кешегә күберәк. Балалар әҙерәк һәләк булған. 2022 йылда янғын 12 баланың ғүмерен өҙһә, былтыр – бишәү.

Янғындар ваҡытында йәрәхәтләнгән кешеләр ҙә 34-кә әҙерәк булған һәм 233 тәшкил иткән. Уларҙың тәне бешкән, төтөн менән ағыуланған, ағзалары зарарланған, аяҡ-ҡулдары һынған.

Янғын ваҡытында төп бурыс – кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыу. 2023 йылда хәүефле урындарҙан 1154 кеше ҡотҡарылған.

Иң күбе янғындар шәхси секторҙа сыҡҡан: ихата ҡаралтыларында – 2131 осраҡ, шәхси йорттарҙа – 1100 һәм фатирҙарҙа 977, баҡсасылар ширҡәттәрендә – 319 осраҡ. 130 янғын етештереү биналарында булған.

Янғындың төп сәбәптәре – ут менән һаҡһыҙ эш итеү (7 меңгә яҡын осраҡ), 46 осраҡта – балалар шуҡлығы, 2 меңгә яҡын янғында электр ҡорамалдарын ҡулланыу һәм файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу, 1000-дән ашыу янғын мейес ҡоролошо һәм файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу. 300-ҙән ашыу осраҡта ут төрткәндәр, транспорт сараларын файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу ҙа 300-гә яҡын янғынға килтергән.

35 янғында кешеләр төркөмләп һәләк булған (2-нән 4 кешегә тиклем) – 77 үлем.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйылғы йылдың тәүге көндәре лә янғындарҙан һәм уларҙа кешеләр үлеменән башланды. Мәҫәлән, 1 ғинуарҙа Туймазылағы янғында ир кеше һәләк булды, әле уның кемлеге асыҡлана. Ошо уҡ көндә Благовар районының 6-сы Алкино ауылында шәхси йортта сыҡҡан янғында йәнә бер ир-ат һәләк булды.

Бөгөн төндә Асҡын районының Ҡубыяҙ ауылында урынлашҡан шәхси йортта янғын сыға. Йорт хужаһы 1951 йылғы ир һәләк булған килеш табыла. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, был янғындың сәбәбе ут менән һаҡһыҙ эш итеү.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә: төнгөлөккә электр приборҙарын, шул иҫәптән телефон зарядкаһын һүндерегеҙ. Түшәктә тартмағыҙ. Мейес артынан ҡарағыҙ.

Ниндәй ҙә булһа хәл була ҡалһа, 112 номерына шылтыратығыҙ.

Фото: МЧС. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас