Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 5 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 6-ла Благовещен районының Николаевка ауылында торлаҡ йорт янған.
Ҡотҡарыусылар килгәндә йортто ут ялмап алған була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғынды һүндергән саҡта 1960 һәм 1963 йылғы ике ирҙең үле кәүҙәһе табыла, 10.35 сәғәттә өсөнсө ирҙең дә янып үлеүе асыҡлана. Шулай итеп, бер янғында өс кеше һәләк булды.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Латиповтың күрһәтмәһе буйынса ваҡиға урынына Баш идаралыҡтың оператив төркөмө, шул иҫәптән янғын лабораторияһы эксперты һәм ведомствоның тәүтикшереүселәре ебәрелгән.
Янғындың сәбәбе асыҡлана. Йортто һүтеү дауам итә.
Урындағы хакимиәттә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия ултырышын үткәреү планлаштырыла.
Фото: mchsrb