Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Нуриман районында, Иглин - Красная Горка арауығындағы юлда, ауыр хәлдә ҡалған ғаиләгә ярҙам иткән.
"Лада Ларгус" автомобилендә юлға сыҡҡан ғаиләнең уйламағанда автомобиле боҙола. Салонда ир менән ҡатындан тыш, өс бәлиғ булмаған бала була. Ир кеше үҙаллы йүнәтеп ҡарай, әммә машина тоҡанмай. Салондағы балалар өшөй башлай.
Уларға ярҙамға автоинспекция хеҙмәткәрҙәре - полиция капитандары Салауат Биглов менән Марсель Бикташев килә. Улар пассажирҙарға патруль автомобиленә ултырып йылынырға мөмкинлек бирә һәм икенсе автомобилдә Өфөгә оҙата.
Артабан инспекторҙар ғаилә башлығына машинаһын яҡындағы сервисҡа алып барышыуҙа ярҙам күрһәтә. Күп балалы ғаилә полиция хеҙмәткәрҙәренә ихлас рәхмәтен белдергән.
Фото һәм сығанаҡ: "Башинформ".