Хәүефһеҙлек
7 Ғинуар 2024, 08:00

Байрам кәйефен ебәреп...

Әлеге ваҡытта водолаздар водителдең кәүҙәһен табып сығарған.

Байрам кәйефен ебәреп...Байрам кәйефен ебәреп...
Байрам кәйефен ебәреп...

Бөгөн төндә Бөрө ҡалаһында Ағиҙел йылғаһы аша боҙло күперҙән үтеп барғанда фажиғәле хәл теркәлгән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҙур йөк машинаһы боҙ аҫтына киткән. Быны шаһит күреп ҡалған һәм ашығыс хеҙмәттәргә хәбәр иткән.

Иртәнгә ҡарай водолаздар фажиғә урынын тикшерә һәм кабинанан үлгән водителдең кәүҙәһен сығара. Ә йөк машинаһы тулыһынса һыу аҫтына киткән.

Ғәҙәтән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты иҫкәртә: боҙҙоң ҡалынлығы 30 сантиметр булғанда, боҙ аша 3 тонна ауырлыҡҡа тиклемге машиналар үтә ала. Был участканың оҙонлоғо 520 метр тәшкил итә. Унда киңлеге 50-шәр метрлы ике һыҙат булдырылған.

Әле урында ашығыс хеҙмәттәр, полиция эшләй. Улар хәлдең сәбәптәрен асыҡлай. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, машинаның ауырлығы бик ҙур булған ?рөхсәт ителгәндән ун тапҡырға күберәк)  һәм водитель талапты инҡар иткән. Әлеге ваҡытта ундағы боҙло күпер йәйәүлеләр өсөн генә эшләй. Автомобилдәргә М7 трассаһы буйлап Дүртөйлө, Кушнаренко аша урап үтергә мөмкин, был 120 километр самаһы юл. 

Водителдәрҙән рөхсәт ителгән ауырлыҡтан тыш боҙло күперҙәргә сыҡмау һорала. Был тәү сиратта һеҙҙең ғүмер өсөн кәрәк. 

 

Фото: МЧС. 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас