7 ғинуарҙа Өфө – Иглин – Ҡыҙылъяр трассаһының 39-сы километрында булған ҡурҡыныс авария тураһында хәбәр иткәйнек. Юлда Renault Duster менән Kia Rio машиналары бәрелеште.
Аварияның һөҙөмтәһе ҡот осҡос: тотош ғаилә һәләк булды. Йәнә өс кеше, шул иҫәптән 13 йәшлек үҫмер ауыр йәрәхәттәр алды. Хәбәр ителеүенсә, яҡынса аварияла Renault Duster машинаһының 61 йәшлек водителе ғәйепле, ул ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан һәм Kia Rio машинаһына бәрелгән. Бәрелештән еңел машина юлдан осоп киткән.
Әле "КП-Өфө" баҫмаһы машиналағы кешеләрҙең кемлеген асыҡлаған. Унда йәш ғаилә китеп барған. Ғаилә башлығына – 27, ҡатынына ни бары 19 йәш һәм бәпестәренә 10 ай ғына булған. Шулай уҡ улар менән 13 йәшлек туғандары ла ултырған.
Ирле-ҡатынлы урында һәләк була, балаларҙы дауаханаға алып китәләр. Тик бәпес ауыр йәрәхәттәрҙән йән бирә, ә 13 йәшлек малай дауаханала.
Renault Duster машинаһында килгән 61 йәшлек водитель ир менән уның 62 йәшлек пассажиры шулай уҡ ауыр йәрәхәттәр алған һәм әле дауаханала.
Асыҡланыуынса, ғаилә башлығы Рамаҙан УМПО-ла слесарь булып эшләгән, йәш әсә бала ҡараған. Әйткәндәй, сабый ғүмере өсөн көрәшеп ҡарай, тик йәрәхәттәре көслөрәк булып сыға.
– Авария шаһиты булдым, 10 айлыҡ бәпесте “ашығыс ярҙам” машинаһында үҙ ҡулымда тотоп барҙым. Әгәр иҫән ҡалһа, ул етем ҡалыр ине, ирем хатта уны уллыҡҡа алырға теләк белдерҙе, миндә лә шундай уйҙар бар ине. Тик сабый бик ауыр хәлдә ине, аңына килмәне. Ҡулымда үлеп ҡуймаһын тип ҡурҡтым, – тип һөйләгән авария шаһиты.
Ғаиләне 9 ғинуарҙа ирҙең тыуған яғында, Нуриман районында ерләйҙәр.
"Туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Бик йәштәр, йөрәк өҙөлә. Тыныс йоҡлағыҙ", – тип яҙалар таныштары социаль селтәрҙә.
Фото: КП-Өфө.