Хәүефһеҙлек
9 Ғинуар 2024, 06:30

Мал-тыуар күпләп зыян күргән

Өс һыйыр, егерме һарыҡ...

Мал-тыуар күпләп зыян күргәнМал-тыуар күпләп зыян күргән
Мал-тыуар күпләп зыян күргән

Иглин районының Таутөмән ауылындағы Урман урамында урынлашҡан 5х15 метрлыҡ ағас һарайҙа янғын сыға. Был хаҡта Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте. 40 минут эсендә янғын һүндереүселәр һәм ирекмәндәр “ҡыҙыл әтәс”те “ауыҙлыҡлай”. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өс һыйыр һәм 20 һарыҡ һәләк була. Бынан тыш, бесән яна.

Янғын сәбәптәре асыҡлана. Уттың бер кемде лә, кешене лә, малды ла, матди әйберҙәрҙе лә аямауы тураһында һис онотмаһаҡ ине, дуҫтар. Шуға һаҡ булығыҙ, балаларға янғын хәүефе тураһында аңлатығыҙ, мал-тыуарҙы ла һаҡлағыҙ.

Фото, сығанаҡ: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас