Хәүефһеҙлек
9 Ғинуар 2024, 18:00

Нимәлер эсереп алйытып урлағандар

Сәйер рәүештә юғалған ирҙе Башҡортостанда тапҡандар...

Нимәлер эсереп алйытып урлағандарНимәлер эсереп алйытып урлағандар
Нимәлер эсереп алйытып урлағандар

Быйыл 1 ғинуарҙа 45 йәшлек Евгений исемле ир Пермь-2 станцияһынан сәйер генә ғәйеп була. Ул Мәскәүҙә аҡса эшләгәндән һуң, Яңы йылды вокзалда ҡаршылап, 2 ғинуарҙа электричкаға ултырып тыуған яғына - Губахаға ҡайтырға тейеш була. Поезд көткәндә Евгений бер төркөм ирҙәр менән таныша, улар уны спиртлы эсемлек менән һыйлай. Эскәс ир нимә ҡылғанын аңларлыҡ хәлдә булмай. Ике ир уны тышҡа алып сыға һәм шунан һуң Евгений ғәйеп була.

Видеокамера яҙмаһынан күренеүенсә, Евгений таныш булмаған әҙәмдәр менән таксиға ултырып китә. Аҙаҡ аңлашылыуынса, уны эшкә яллаусылар (вербовщиктар) шундай алым ҡулланып урлай. Оператив хеҙмәткәрҙәр был яман эштә ҡатнашыусының береһен тотҡарлай, һәм Евгенийҙың ҡайҙалығын асыҡлайҙар. Ирҙе тәүҙә Пермдә тоталар, аҙаҡ Өфөгә эшкә килтерәләр, документтарын, телефонын тартып алалар.

Хоҡуҡ һаҡсыларының һәм ирекмәндәрҙең етеҙ һәм аныҡ эшләүе арҡаһында Евгенийҙы тиҙ арала тотҡонлоҡтан ҡотҡаралар. Өфөлә саҡта Евгений тағы бер яҡташын осрата. Уны ла шул уҡ алдаҡ юл менән Яңы йыл төнөндә үҙ ихтыярынан тыш бында алып килгән булалар. Ике ир ҙә уларҙы көс ҡулланып тотоуҙары, нимәлер эсереп алйытыуҙары тураһында бәйән итә.

Ярай әле Евгенийҙы эҫе мәлендә үк эҙләй башлағандар, шул сәбәпле тиҙ үк эҙенә төшкәндәр ҙә.

Фото: NewsBash

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас