Үткән ялда Бөрө ҡалаһында фажиғәле хәл теркәлгәйне. Боҙ аҫтына киткән ҙур йөк машинаһын сығарыу эше бер нисә көнгә һуҙылды.
Кисә бензобысҡылар, ҡырҡыу машинаһы ярҙамында боҙҙо ҡырҡып фураны сығарыу өсөн юл асыу эше башҡарылған. Боҙ аҫтына төшкән фураны тартып сығарыу уңышһыҙ булған, арҡандар сыҙамаған.
Бөгөн Бөрөгә йәнә Авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенең водолаздары саҡырылған. Улар, һыу аҫтында эшләү көслө ағым менән ҡатмарлашыуға ҡарамаҫтан, арҡандарҙы фураға беркетеү эшен башҡарған.
Ҡотҡарыу операцияһы 25 градус һыуыҡта биш сәғәт тиерлек дауам иткән. 26 тонна тәшкил иткән ҙур йөк автомобиле урындағы КрАЗ автомобиле ярҙамында ярға сығарылған.
А. Ҡолөмбәтов, О. Тимофеева фотолары.