Хәүефһеҙлек
11 Ғинуар 2024, 09:30

Әбйәлилдә ныҡ һыуыҡ булған

Уҡыусыларға һауа температураһы ныҡ түбәнәйгәндә дәрестәргә йөрөмәҫкә мөмкин.

Әбйәлилдә ныҡ һыуыҡ булғанӘбйәлилдә ныҡ һыуыҡ булған
Әбйәлилдә ныҡ һыуыҡ булған

Бишбүләк районының Каменка ауылында бөгөн төндә термометр шкалаһы -45 градусҡа тиклем төшкән. Ә бына Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылында -48 градусҡа тиклем һыуытҡан, Хәмиттә -45, Амангилделә -43, Буранғолда һәм Үтәгәндә  -40, Шәриптә -38 градус булған тип хәбәр итә урындағы халыҡ.

БР Мәғариф министрлығынан белдереүҙәренсә, уҡыусыларға түбәндәге һауа температураһында дәрестәргә йөрөмәҫкә мөмкин:

башланғыс кластар -25 градустан түбәнерәктә;

▪ ️5-9 кластар -27 градустан түбәнерәктә;

▪ ️10-11 кластар -32 градустан түбәнерәктә.

Уҡыусыларҙың ата-әсәләре, был хаҡта класс етәксеһенә хәбәр итеп, балаларының мәктәпкә барыуы тураһында үҙаллы ҡарар ҡабул итергә хоҡуҡлы.

Дөйөм белем биреү ойошмалары теләһә ниндәй һауа температураһында ла эшләй.

Фото: web.whatsapp.com

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас