Быйылғы ҡыш һыуыҡтары һәм ҡары менән ҡыуандыра. Уҙған көндә һәм төндә Өфөлә ныҡ итеп ҡар яуҙы. Коммуналь һәм торлаҡ предприятиелары биләмәләрҙе таҙартыуҙы дауам итә.
13 ғинуарға ҡарай төндә 269 коммуналь техника берәмеге һәм 59 юл эшсеһе эшләне. Көндөҙгө сменала 271 берәмек эшләй башланы: һабан-щеткалы, шнек-торлы ҡорамалдары һәм ҡом ташый торған ҡорамалдары булған тракторҙар, тейәгестәр, үҙбушатҡыстар, автогрейдерҙар һәм башҡа техника. Шулай уҡ 302 эшсе эшләй.
Төп иғтибар урам-юл селтәрҙәрен, иң тәүҙә төп магистралдәрҙе таҙартыуға бүленгән, һуңынан техника һәм хеҙмәткәрҙәр икенсе дәрәжәләге юлдарға күсә. Шулай уҡ коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре боролоу радиустарын һәм парковка кеҫәләрен «ҡаплай», күперҙәрҙе һәм юл үткәргестәрҙе боҙлауыҡҡа ҡаршы материалдар менән эшкәртә.
Уҙған тәүлектә 580 тоннанан ашыу реагенттар файҙаланылған. Һыу һырынтылары барлыҡҡа килмәһен һәм ҡар массаларын күҙәтеп барһын өсөн махсус техника юлдар буйлап колонналар менән үтә. Бөгөнгө көндә ҡала урамдарынан 18 мең кубометр самаһы, ә ҡыш башынан алып 400 мең кубометрҙан ашыу ҡар сығарылған.
Шулай уҡ тротуарҙар һәм ихата биләмәләре, баҫҡыстар һәм йәмәғәт транспорты туҡталыштары майҙансыҡтары таҙартыла һәм эшкәртелә. Техника ихата һәм ихата араларын таҙарта. Атап әйткәндә, ихата биләмәләрен таҙартыуға райондарҙың торлаҡ хужалығы идаралыҡтары линияһы буйынса 90 берәмек техника, 447 урам һепереүсе һәм 316 торлаҡ предприятиелары эшселәре йәлеп ителгән.
Урамдарҙа ҡатмарлы һауа шарттарында йөрөгәндә ҡала халҡына айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк.
Әгәр йорт ҡыйығында йәки бинала кеше һаулығына зыян килтерерлек ҡар һырынтыларын, боҙбармаҡ күрһәгеҙ, 7(347) 279-90-00 йәки 112 номеры буйынса идара итеү компанияһына йәки Өфөнөң Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә шылтыратығыҙ.
Фото:ufacity.info