Хәүефһеҙлек
13 Ғинуар 2024, 15:00

Өфөгә “теракттар” менән янайҙар

Кисәнән бирле Өфө халҡын ҡурҡыу баҫып алды. Социаль селтәрҙәрҙә тик ошо хаҡта һөйләшеүҙәр булды, сара күреүҙәр башланды...

Өфөгә “теракттар” менән янайҙарӨфөгә “теракттар” менән янайҙар
Өфөгә “теракттар” менән янайҙар

Тынысланығыҙ: ҡала хакимиәте был хәүеф тураһындағы хәбәрҙәрҙе кире ҡаҡты.

Ошо көндәрҙә, билдәһеҙ кешеләр социаль селтәрҙәр аша Өфөлә, шул иҫәптән мәктәптәрҙә һәм сауҙа үҙәктәрендә теракт хәүефе таратты. Бының турала хәбәрҙәр ағымы бик ҙур һәм күптәрҙе хафаға һалыуын күреп, ҡала мэрияһы хәүефте кире ҡағыу тураһында сығыш яһаны. Был хәлдәр бөгөн, йәғни 13 ғинуарҙа, булды.

Йома кисенән социаль селтәрҙәр билдәһеҙ кешеләрҙең сауҙа үҙәктәрендә һәм мәктәптәрҙә “теракттар” ойоштороу менән янаған хәбәрҙәре менән тула башланы. Шәмбе көнөндә “Планета” сауҙа үҙәгендә ошондай фажиғәне ойоштороу планлаштырыла. Бәхеткә күрә, унда сауҙа үҙәге штат режимында эшләй, тәртип боҙоуҙар булмаған, тип хәбәр иттеләр.

Енәйәтселәр телеграм мессенджеры аша эш итә. Улар каналдар селтәренә кешеләрҙе йыя һәм телефон номерҙарын алдап алып сәхифәләренә инергә тырыша. Шул уҡ ваҡытта был фейк хәбәрҙәр авторҙары “теракт” булған урындарҙан тура трансляция башларға вәғәҙә итә, әммә, аңлауыбыҙса инде, был бер ҡасан да эшләнмәй.

Һөҙөмтәлә Өфө ҡала хакимиәте янауҙы кире ҡаҡты. Уларҙың әйтеүенсә, бындай хәбәрҙәр 2023 йыл аҙағында Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында ла булған, ә хәҙер был тулҡын Волга буйына һәм Өфөгә килеп еткән.

– Бөтә был факттар, был мәғлүмәттәрҙе таратыу каналдары кеүек үк, хоҡуҡ һаҡлау органдары контролендә. Тикшереүҙәр ойошторолған. Ялған каналдарҙың бер өлөшө ябылған да инде, – тип белдерҙеләр мэрияла.

Ҡала хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса, бындай хәбәрҙәрҙең авторҙары, әлбиттә, Рәсәйҙән ситтә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, декабрь аҙағында билдәһеҙ кеше Өфөнөң ете мәктәбенә миналар һалыу менән янаны. Был юлы ла барыһы ла кире ҡағылды – уҡыу йорттары тикшерелде һәм бер нәмә лә табылманы.  

 

Фото һәм сығанаҡ: UFA.RU порталы.

Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас