Хәүефһеҙлек
15 Ғинуар 2024, 16:00

Юғалғанына - алты ай...

Рәмилдең хәтере насар булып, аҙашып йөрөүе лә ихтимал. Фотоға иғтибарлап ҡарағыҙ, бәлки, һеҙгә осрағандыр.

Юғалғанына - алты ай...Юғалғанына - алты ай...
Юғалғанына - алты ай...

15 ғинуарҙа “ЛизаАлерт” эҙләү-ҡотҡарыу отряды Өфөнән 43 йәшлек Рәмил Бәшәровты табышыуҙа ярҙам һорап йәнә мөрәжәғәт итте. Ирҙең ғәйеп булыуына ярты йыл тирәһе.

Ирекмәндәр асыҡлауынса, Рәмил 5 апрелдә өйөнән сыҡҡан һәм шунан бирле яҡындары уны башҡаса күрмәгән. Шулай уҡ уның тураһында бер ниндәй ҙә хәбәр ишетелмәгән. Юғалған көнөндә ул ҡара кепкала, ҡара күн курткала, ҡара свитерҙа, ҡара-күк джинсыла булған. Аяғында – ҡара ботинка.

Рәмилдең буйы 166 сантиметр тирәһе, уртаса кәүҙәле. Пеләш башлы, һаҡал үҫтергән булыуы мөмкин. Күҙҙәре һоро төҫтә.

Ирекмәндәр әйтеүенсә, ирҙең хәтерһеҙлектән яфаланыуы, шунлыҡтан урамда яңылыш йүнәлештә йөрөүе ихтимал.  

Рәмилде күреүселәр йә уның тураһында ниндәйҙер мәғлүмәт белеүселәр булһа, “ЛизаАлерт”тың ҡыҙыу линияһына – 88007005452 һандары буйынса йәки экстрен хеҙмәттәренә – 112 – шылтыратығыҙ.

Фото: “ЛизаАлерт”.

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас