Хәүефһеҙлек
16 Ғинуар 2024, 09:00

Аварияла ете кеше зыян күргән

Бер юлы бер нисә машина бәрелешкән.

Аварияла ете кеше зыян күргәнАварияла ете кеше зыян күргән
Аварияла ете кеше зыян күргән

Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Стәрлетамаҡ районында 16 ғинуарҙа иртән Өфө - Ырымбур автомобиль юлының 113-сө саҡрымында «Мазда 6 », «ГАЗель»  термобудкаһы һәм «Шкода Октавиа»  бәрелешкән. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре зыян күреүселәр менән юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен асыҡлай.

Юл фажиғәһендә зыян күргән ете кешене табиптар тикшерә, уларҙың икәүһе дауаханаға оҙатылған. «Шкода» автомобиленән 17 йәшлек пассажир ҡыҙ бер аҙ йәрәхәтләнгән.

Әле ваҡиға урынында дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Авария сәбәптәре асыҡлана.

Юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итмәгеҙ!

Фото: "Башинформ"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас