Илеш районы биләмәһендә һигеҙ автомобиль ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.
Авария 16 ғинуарҙа көндөҙ М-7 Волга автомобиль юлының 1216-сы километрында булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, һигеҙ транспорт сараһы бәрелешкән, шуларҙың икәүһе – “Скания”, “Ситрак”, “Жак”, “КамАЗ”, “Вольво” һәм икәүһе – “Мерседес” һәм “БМВ” ” еңел автомобилдәре.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә зыян күреүселәр юҡ. Автомобилдәр механик зыян күргән. Юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында реверсив хәрәкәт ойошторолған.
Хөрмәтле водителдәр, үҙегеҙ күреүегеҙсә, һуңғы көндәрҙә ҡарлы-буранлы һауа торошо күҙәтелә – был водителдәр өсөн ҙур хәүеф тыуҙыра. Шуға ла бындай көндәрҙә, сәбәп булмаһа, юлға сығыуҙан тыйылырға кәрәк. Ә инде юлдағыларға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, тиҙлек режимын арттырмаҫҡа кәңәш ителә.
Фото: @bash_gibdd