Республиканың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, юлдарҙағы хәрәкәтте сикләү буйынса өҫтәмә саралар күрелгән.
Бөтә төр транспорт саралары өсөн юлдар ябылды:
– 13.15 сәғәттән М5 Урал автомобиль юлында 1370 километрҙан 1456 километрға тиклем;
– 14.45 сәғәттән М7 Волга автомобиль юлында 1169-сы километрҙан 1270-се километрға тиклем.
Пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, йөк транспорты өсөн түбәндә күрһәтелгән юлдарҙа хәрәкәтте сикләү индерелде:
– 15.00 сәғәттә Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы автомобиль юлында 0-се километрҙан 254-се километрға тиклем;
– 15.00 сәғәттән Әгертамаҡ – Ҡандра автомобиль юлында 13-сө километрҙан 26-сы километрға тиклем;
– 15.00 сәғәттән Өфө – Ырымбур автомобиль юлында 27-се километрҙан 112-се километрға тиклем;
– 15.45 сәғәттән Өфө – Ырымбур автомобиль юлында 112-се километрҙан 206-сы километрға тиклем.
Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре водителдәргә һәр яҡлап ярҙам күрһәтә, шулай уҡ идара итеү-көйләү эштәрен ойоштора. Шулай уҡ ЮХХДИ идаралығы һауа шарттары яҡшырғанға тиклем алыҫ сәфәрҙәрҙән тыйылыуҙы һорай.
Фото: @bash_gibdd