Һуңғы ваҡытта мутлашыусылар тоҙағына эләгеп, аҡсаларынан "ҡолаҡ ҡаҡҡан" кешеләрҙең күбәйә барыуы борсой. Әллә күпме иҫкәртеүҙәр булыуына ҡарамаҫтан, бигерәк тә оло йәштәгеләрҙе алдашыусылар һаны арта.
Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһында йәшәгән 84 йәшлек оло йәштәге ҡатын да уларҙың хәйләһенә ҡаба. Стационар телефонға бер ир шылтыратып, ҡәтғи тауыш менән, туғанығыҙ юл-транспорт фажиғәһенә тарыны, уны ҡотҡарып алып ҡалыу юлы бар, аҡсағыҙҙы әҙерләгеҙ, тип белгертә. Ярты сәғәттән ҡатындың өйөнә курьер килеп тә етә һәм унан 190 мең һум аҡсаһын ала.
Әле был хәл буйынса енәйәт эше асылған, осраҡ буйынса тикшереү бара.
Аферистар тоҙағына һәр кемдең эләгеүе бар. Әммә күп осраҡта улар оло кешеләрҙе албырғата һәм хатта пенсияһынан ерләүгә тип йыйып барған аҡсаһын тартып ала.
Аҡса талаусылар кешенең хис-тойғоһона оҫта баҫым яһап, тиҙерәк хәйләһен тормошҡа ашыра, ҡорбанына уйларға, кемгәлер шылтыратырға ла ваҡыт ҡалдырмай. Шуға күрә таныш булмаған номерҙан шылтыратһалар, телефонығыҙҙы алмағыҙ, ниндәй генә хәйлә уйлап тапһалар ҙа, ваҡиғаны тикшерергә тырышығыҙ, бәләгә тарығын яҡынығыҙға үҙегеҙ шылтыратып, хәлгә асыҡлыҡ индерегеҙ.
Фото: aif.ru