Бөгөн иртә менән Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына Борай районының Иҫке Киҙгән ауылындағы йортта янғын сығыуы тураһында хәбәр килгән. Шунда уҡ ваҡиға урынына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм ирекле янғын һүндереү командаһы көстәре ебәрелгән. Улар килеп еткәс тә 30 квадрат метр майҙанда ут ялмап алған йортто һүндерә башлай.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын урынын тикшереү барышында 1931 йылғы ҡатын-ҡыҙҙың кәүҙәһен тапҡандар. Янғынды һүндереүгә алты кеше һәм өс берәмек техника йәлеп ителгән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһе алдында янғын сәбәптәрен асыҡлау бурысы тора, тип хәбәр итәләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.
Ут менән һаҡ булығыҙ, көндәр һыуыҡ торғанда мейесте ҡыҙыу яҡмағыҙ, йылытыу приборҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ!
Фото: "Башинформ"