+20 °С
Облачно
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республикала бөгөн, 19 ғинуарҙа, иртәнге сәғәт 11-ҙән М-7 “Волга” трассаһы участкаһында пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, еңел автомобиль таксиҙары, йөк транспорты өсөн хәрәкәтте ваҡытлыса сикләү индерелде.
Сикләү 1169 – 1282 километрҙа – Илеш районының Исәмәт ауылынан Кушнаренко районының Кушнаренко ауылына тиклем индерелгән.
Фото: @bash_gibdd