Хәүефһеҙлек
24 Ғинуар 2024, 15:50

Береһе - иген, икенсеһе мебель тейәгән булған....

Фажиғәле хәл Күгәрсен районында теркәлгән. Водителдәрҙең береһе...

Береһе - иген, икенсеһе мебель тейәгән булған....Береһе - иген, икенсеһе мебель тейәгән булған....
Береһе - иген, икенсеһе мебель тейәгән булған....

Күгәрсен районында ҡапма-ҡаршы ике йөк автомобиле бәреләшкән. Юл фажиғәһе бөгөн көндөҙгө сәғәт көндөҙгө өстәр тирәһендә Магнитогорск-Ира автомобиль юлының 291-се саҡрымында теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ГАЗ маркалы фургондар ҡапма-ҡаршы бәрелешкән.

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә, ГАЗдарҙың береһенең 30 йәшлек водителе алған йәрәхәттәрҙән һәләк булған. Икенсеһе, 39 йәшлек водитель, дауаханаға оҙатылған. Билдәле булыуынса, бер водитель - иген, икенсе мебель ташыған.

Ваҡиға урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана.

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ!

Фото: ирекле сығанаҡтан.

Береһе - иген, икенсеһе мебель тейәгән булған....
Береһе - иген, икенсеһе мебель тейәгән булған....
Береһе - иген, икенсеһе мебель тейәгән булған....
Автор:Карима Усманова
Читайте нас