Хәүефһеҙлек
24 Ғинуар 2024, 06:00

Үҙен дә, ҡатынын да һәләк иткән

Бер көндә өс кешене юғалттыҡ...

Үҙен дә, ҡатынын да һәләк иткәнҮҙен дә, ҡатынын да һәләк иткән
Үҙен дә, ҡатынын да һәләк иткән

23 ғинуарҙа республика юлдарында өс кешенең ғүмере өҙөлдө. ЮХДДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, тәүге үлемесле авария Туймазы районында көндөҙ М-5 “Урал” автомобиль юлының 1307 километрында булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Туймазынан 77 йәшлек водитель “Шевроле Авео” автомобилендә төп юлға сыҡҡанда "Скания" йөк машинаһына юл бирмәү арҡаһында бәрелеш булған.

Юл фажиғәһе һөҙөмтәһендә еңел автомобиль водителенең 75 йәшлек ҡатыны ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем вафат булған. Ауыр йәрәхәттәр алға ир дауаханаға оҙатыла, әммә ул да юлда йән биргән.

Икенсе авария көндөҙ 16:00 сәғәт тирәһендә Шишмә районында М5 “Урал” автомобиль юлының 1422-се километрында теркәлгән. Мәғлүмәттәр буйынса, Өфөнән 35 йәшлек водитель “ВАЗ-2109” автомобилендә ҡарҙы таҙартҡан трактор менән бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә еңел автомобиль водителе алған йәрәхәттәрҙән вафат була.

Хөрмәтле водителдәр, үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың, пасажирҙарығыҙҙың ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуймағыҙ! Онотмағыҙ: юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу үтәмәү һөҙөмтәһендә һеҙҙең тәғәйен урынға барып етмәүегеҙ ҙә ихтимал.

Фото: @bash_gibdd яҙмаһынан күсермә.

Үҙен дә, ҡатынын да һәләк иткән
Үҙен дә, ҡатынын да һәләк иткән
Үҙен дә, ҡатынын да һәләк иткән
Үҙен дә, ҡатынын да һәләк иткән
Үҙен дә, ҡатынын да һәләк иткән
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас