Хәүефһеҙлек
28 Ғинуар 2024, 12:00

Билдәле депутатты ла алдағандар

Уға Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәре сетерекле мәсьәлә буйынса бәйләнешкә инәсәге тураһында хәбәр килә...

Билдәле депутатты ла алдағандарБилдәле депутатты ла алдағандар
Билдәле депутатты ла алдағандар

Өфөнөң элекке мэры, Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаевҡа Телеграмдан, Дәүләт Думаһы депутатына билдәле телевидение алып барыусыһы һәм эксперты Петр Толстой исеменән Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәре сетерекле мәсьәлә буйынса бәйләнешкә инәсәге тураһында хәбәр килә.

Артабан банк хеҙмәткәрҙәренән һәм көс хеҙмәткәрҙәренән шылтыратыуҙар һәм смс-хәбәрҙәр яуа башлай. Улар депутатты уның иҫәбенән аҡса алырға тырышыуҙары хаҡында хәбәр итә тип ҡурҡыта. Дөйөм алғанда, мутлашыусылар был осраҡта ла бер ниндәй ҙә яңы алымдар ҡулланмай, күптән файҙаланған элекке схема буйынса эшләй, әммә Павел Качкаев ышана.

Депутат үҙенең иҫәбенән 500 000 һум аҡса ала, мутлашыусыларға күсерә һәм шунан ғына үҙен алдағандарына төшөнә. Тик инде һуң була, полицияға барырға ғына ҡала. Унда Дәүләт Думаһы комитеты рәйесе урынбаҫарына иҫкәртеү әңгәмәһе ойошторғандар, ышаныусанлыҡтың зыяны тураһында иҫтәртмә тапшырғандар һәм енәйәтселәрҙе табырға тырышасаҡтарын вәғәҙә иткәндәр.

Мәҫәлән, 25 ғинуарҙа аферистар эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә республика халҡына туғыҙ миллион һум зыян килтерелгән. Эске эштәр органдарының дежур частарына дөйөм енәйәт мутлашыуҙары менән бәйле 28 хәбәр килгән.

Бөгөн телефон уңайлыҡ сараһынан хәүеф сығанағына әйләнде. Шуға ла ундағы барлыҡ шылтыратыуҙарға һәм смс-хәбәрҙәргә ышанмағыҙ. Билдәһеҙ һандарҙан шылтыратыуҙарҙы бөтөнләй алмағыҙ. Бөгөн аферистар үҙҙәрен тәртип һаҡлау органдары һәм төрлө дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре итеп тә таныта - был тоҙаҡҡа ла эләкмәгеҙ. 

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: https://t.me/baskiriaonline/13688

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас