Хәүефһеҙлек
30 Ғинуар 2024, 13:55

Конструктив хеҙмәттәшлек – уңыш нигеҙе

Бөгөн Өфөлә республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы коллегияһы ултырышында сығыш яһаны.

Конструктив хеҙмәттәшлек – уңыш нигеҙеКонструктив хеҙмәттәшлек – уңыш нигеҙе
Конструктив хеҙмәттәшлек – уңыш нигеҙе

Бөгөн Өфөлә республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы коллегияһы ултырышында сығыш яһаны. Төбәк етәксеһе республиканың дәүләт власы органдары һәм Эске эштәр министрлығының берлектәге эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәрен билдәләне, шулай уҡ Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Уҙған йыл Башҡортостанда оператив хәлдең тотороҡло булыуы менән билдәләнде, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. Был – республиканың бөтә дәүләт власы һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары эшенең уртаҡ, яйға һалынған эше һөҙөмтәһе.

- Йәмәғәт именлеген тәьмин итеү буйынса төп йөкләмә, әлбиттә, эске эштәр органдарына тура килә. Һис шикһеҙ, уларҙың эш сифаты ла арта бара. Етди күрһәткес - резонанслы енәйәттәрҙең 100 процентлы асылыуы.

Мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә енәйәтселектең артыуы тураһындағы  борсолоуҙарым менән дә уртаҡлашам. Беҙ һеҙҙең менән мәкерле, көслө һәм тәжрибәле дошман менән эш итеүебеҙҙе асыҡ аңлайбыҙ. Һәм ундай енәйәттәргә күп осраҡта дуҫ булмаған дәүләттәр биләмәһенән идара ителә. Мин пропаганда-аңлатыу эшен көсәйтеү кәрәклеге менән дә килешәм. Беҙ ведомство-ара комиссия булдырырға ҡарар иттек, уға республиканың дәүләт власы органдары һәм муниципалитеттар вәкилдәрен индерҙек. Яҡын арала минең етәкселегем аҫтында йәнә бер кәңәшмә үткәреләсәк, унда беҙ был эшкә муниципалитет башлыҡтарын әүҙемерәк йәлеп итәсәкбеҙ, - тине төбәк етәксеһе.

Радий Хәбиров шулай уҡ суррогат алкоголь тураһында бер нисә һүҙ әйтте. Башҡортостанда эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре тартып алған суррогат күләме иң ҙурҙарҙан һанала. Шул уҡ ваҡытта ошо күрһәткес был йәһәттән һөҙөмтәле эшләү тураһында ла һөйләй. Һис шикһеҙ, сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыу буйынса аңлатыу, пропаганда эше лә кәрәк.

- Башҡортостандың дәүләт власы органдары эске эштәр органдары менән үҙ-ара эш итеүгә етди иғтибар бүлә. Киләсәктә лә хоҡуҡ һаҡлау структуралары хеҙмәткәрҙәренә ярҙам итеү өсөн бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ, тип ышандыра алам.

Һеҙҙең махсус хәрби операцияла бурыстарын үтәгән хеҙмәттәштәрегеҙгә  килгәндә, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙербеҙ, - тине Радий Фәрит улы.

Видеоэлемтә режимында коллегия ултырышында Рәсәй Федерацияһы эске эштәр министры урынбаҫары Александр Кравченко ҡатнашты. Ул республика етәкселегенә конструктив хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы коллективына яйға һалынған  тотороҡло хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе.

Башҡортостан буйынса эске эштәр министры Александр Прядко үҙенең докладында төбәк етәкселегенә уңышлы хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт белдерҙе, 2023 йылдағы эшкә йомғаҡ яһаны.

– Республикалағы ижтимағи-сәйәси хәлде тотороҡһоҙландырырға тырышыу менән бәйле яңы саҡырыуҙарға һәм янауҙарға тәү сиратта иғтибар бирҙек, – тип билдәләне Александр Прядко. - Күрелгән саралар криминаль хәлде контролдә тоторға, ә ҡайһы бер позицияларҙа уны яҡшыртыуға өлгәшергә мөмкинлек бирҙе, – тип йомғаҡ яһаны Александр Прядко.

Фото: glavarb.ru

 

Конструктив хеҙмәттәшлек – уңыш нигеҙе
Конструктив хеҙмәттәшлек – уңыш нигеҙе
Конструктив хеҙмәттәшлек – уңыш нигеҙе
Конструктив хеҙмәттәшлек – уңыш нигеҙе
Конструктив хеҙмәттәшлек – уңыш нигеҙе
Конструктив хеҙмәттәшлек – уңыш нигеҙе
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас