Хәүефһеҙлек
30 Ғинуар 2024, 15:00

Иҫерек әсә рулгә ултырып...

Салонда өс бала булған... Уларҙың хәле нисек?..

Иҫерек әсә рулгә ултырып...Иҫерек әсә рулгә ултырып...
Иҫерек әсә рулгә ултырып...

Бүздәк районында иҫерек килеш автомобиль менән идара иткән ҡатынды тотҡандар, салонда өс бала булған.

Республиканың дәүләт автоинспекцияһының чат-ботына “Тойота Камри” руле артындағы иҫеректең М-5 федераль трассаһы буйлап хәрәкәт итеүе тураһында хәбәр иткәндәр.

Тикшереү өсөн урынға юл-патруль хеҙмәте экипажы сыға. Ошондай уҡ автомобилде М-5 автомобиль юлының 1376 километрында механик йәһәттән зыян күргән автомобилде күрәләр. Автомобиль салонында ике, дүрт һәм ете йәшлек өс бала була. Баҡтиһәң, ҡатын идараны юғалтып, электр бағанаһына бәрелгән. Бәхеткә күрә, юл-транспорт ваҡиғаһында бер кем дә зыян күрмәгән.

40 йәшлек урындағы ҡатындың тәүге тикшереүендә бер литр өргән һауаһында 1,232 мг алкоголь булыуы асыҡлана. Артабан ул һөҙөмтәләрҙән баш тарта һәм иҫерек килеш тикшереү үтеүҙән баш тартҡан өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Шулай уҡ юлда транспортты урынлаштырыу ҡағиҙәләрен боҙған һәм ата-әсәләрҙең бәлиғ булмағандарҙы ҡарау һәм тәрбиәләү буйынса бурыстарын үтәмәгәне өсөн материалдар төҙөлгән.

Фото: @bash_gibdd яҙмаһынан скриншот.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас