Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре гаражда янған машинаны һүндергәндә һәләк булған ирҙе тапҡан.
Янғын 1 февралдә төндә Благовещен ҡалаһының Көнбайыш урамында булған. Ҡотҡарыусылар ваҡиға урынына килгәндә бер ҡатлы торлаҡ йортҡа төкәтмә итеп төҙөлгән металл гаражды һәм уның эсендә “Лада Приора” еңел автомобилен ут ялмап алған була.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғынды һүндереү барышында автомобилдә яҡынса 1997 йылғы һәләк булған ир табыла. Янғын һүндереүселәр утты торлаҡ йортҡа таралыуына юл ҡуймаған.
Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.
Фото: mchsrb.