4 февралдә көндөҙ Нефтекама – Яңауыл автомобиль юлында Шүдек ауылы янында ике еңел машина – “Лада Гранта” һәм “Шевроле Лачетти” бәрелешә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә “Лада Гранта” водителе һәләк була, тағы ла дүрт кеше дауаханаға оҙатыла, бер пассажирҙы амбулатор дауалауға ебәрәләр.
Ошо көндә Өфө районында, баш ҡаланы урап үткән Көнбайыш автомобиль юлының 23 километрында, “Даф” һәм “Мерседес” йөк автомобилдәре бәрелешә. Авария һөҙөмтәһендә “Даф” автомобиле водителе ваҡиға урынында һәләк була.
Һәр авария артында ваҡытынан алда өҙөлгән кеше ғүмерҙәре, селпәрәмә килгән яҙмыштар тора. Кем ғәйепле?
Хөрмәтле водителдәр, тиҙлек режимын үтәгеҙ, рулдә булғанда гаджеттарҙы файҙаланмағыҙ, юлда колея булһа, руль менән киҫкен хәрәкәттәр яһамағыҙ.
Фото: @bash_gibdd