Башҡортостандың гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн, 5 февралдә, ҡар яуыуы артабан уның епшек ҡарға өйләнеүе көтөлә. Урыны менән буран, ағастарға епшек ҡар һырыр, ҡайһы бер юл участкаларында ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ булыр тип фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ -3, +2 градус.
Иртәгә, 6 февралдә, бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ҡайһы бер райондарҙа буран, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -2, -7, көндөҙ -2 , +3 градус.
Шаршамбы, 7 февралдә, ҡар яуа, урыны менән көслө. Айырым райондарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ. Ел көньяҡ- көнсығыштан талғын, урыны меннә көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ һәм төндә 1, -6 градус.
Юлдағылар, һаҡ йөрөгөҙ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.
Фото: "Башинформ"