Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн, 5 февралдә, Әбйәлил районының Дәүләт ауылында шәхси йортта ағас һарай янған.
Янғын һүндереүселәр утты 31 минутта һүндергән, башҡа биналарға күсеүенә юл ҡуймаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, утта бер һыйыр һәм дүрт быҙау һәләк булған.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә: электр ҡорамалдарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ! Даими рәүештә сымдар ҡараймағанын, бөтөнлөгөн тикшереп тороғоҙ. Сымдарҙы өрөлтөргә ярамай. Әгәр ниндәйҙер етешһеҙлектәрҙе күреп ҡалһағыҙ, белгесте саҡырығыҙ.
Фото: mchsrb