Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн, 6 февралдә, 21:00 сәғәттә Магнитогорск – Ира автомобиль юлының 101 – 241-се километрында (Баймаҡ һәм Йылайыр райондары) бөтә төр транспорт саралары өсөн хәрәкәт туҡтатылған.
Шулай уҡ йөк транспорты һәм юлдарҙа пассажирҙар транспорты өсөн:
- Сермән – Амангилде – Баймаҡ юлының 101–183-сө километрында (Баймаҡ районы).
- Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск 249–275-се километрында (Әбйәлил районы).
Сикләүҙәр насар һауа шарттары – ҡар, буран, күреү мөмкинлеген сикләү менән бәйле индерелгән.
Хәрәкәтте сикләүҙең яҡынса тамамланыу ваҡыты 7 февраль 10:00 сәғәткә тиклем көсөндә ҡала.
Фото: @bash_gibdd