Хәүефһеҙлек
7 Февраль 2024, 13:30

Юлдарҙа сикләүҙәр индерелде!

Сикләүҙәрҙе яҡынса киске 22:00 сәғәткә тиклем дауам итә.

Юлдарҙа сикләүҙәр индерелде!Юлдарҙа сикләүҙәр индерелде!
Юлдарҙа сикләүҙәр индерелде!

Һауа шарттары насар булыу сәбәпле (көслө ел, буран, күпләп ҡар яуыуы, күреү мөмкинлеге сикле булыы), бөгөн, 7 февралдә, йөк һәм пассажирҙар транспорты хәрәкәтенә ваҡытлыса сикләүҙәр индерелде:

- 11:30 сәғәттән Бәләбәй – Николаевка – Туймазы – Баҡалы автомобиль юлында 0 – 133 километрҙа;

 - 11:30 сәғәттән Нефтекама – Яңауыл автомобиль юлында 0 – 49 километрҙа;

- 11:30 сәғәттән Бәләбәй – Приют автомобиль юлында 2 – 31 километрға тиклем;

- 11:30 сәғәттән Аксенов - Аксаков - Бәләбәй автомобиль юлында 0 – 39 километрға тиклем;

- 12:00 сәғәттән Үрге Сарабил - Ҡыуандыҡ автомобиль юлында 0 – 104 километрға тиклем.

Бөтә төр транспорт саралары өсөн хәрәкәтте ваҡытлыса сикләү индерелде:

- 12:30 сәғәттән Сибай – Аҡъяр автомобиль юлында 0 – 102 километрға тиклем;

- 12:30 сәғәттән Юлдыбай – Аҡъяр – Сара автомобиль юлында 25 – 80 километрҙа.

Йөк һәм пассажирҙар транспорты өсөн хәрәкәтте ваҡытлыса сикләү индерелде:

- 13: 00 сәғәттән Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск автомобиль юлында 209 – 268 километрҙа.

Сикләүҙәрҙе яҡынса киске 22:00 сәғәткә тиклем дауам итә.

Фото: @bash_gibdd

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас