Хәүефһеҙлек
8 Февраль 2024, 05:05

Белорет йүнәлешендә юлдар ябылды

Хөрмәтле водителдәр, юлсылар, был тарафтарҙа көслө ел, буран ҡотора, шуға күрә юлға сығыуҙан тыйылып тороғоҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ!  

Белорет йүнәлешендә юлдар ябылдыБелорет йүнәлешендә юлдар ябылды
Белорет йүнәлешендә юлдар ябылды

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн, 8 февралдә, 09.00 сәғәттә Өфө – Инйәр – Белорет автомобиль юлының 42 – 222 километрында (Архангель һәм Белорет райондары) йөк һәм пассажир транспортына сикләүҙәр индерелде. Был - һауа шарттары насар булыуға бәйле күрелгән хәүефһеҙлек саралары.

Сикләүҙәр яҡынса 21.00 сәғәткә тиклем үҙ көсөндә ҡала.

Хөрмәтле водителдәр, юлсылар, был тарафтарҙа көслө ел, буран ҡотора, юл да насар күренә, шуға ла юлға сығыуҙан тыйылып тороғоҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ! 

Фото: @bash_gibdd

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас