Хәүефһеҙлек
8 Февраль 2024, 11:30

Игеҙәк яҡташтарыбыҙҙы һәләк иткәндәр

Бер ҡатын баҫҡыс аҫтында подвалда табыла, уны полиэтилен пакетка һалған булалар. Ҡалған ике ҡатындың кәүҙәһе бүлмәләрҙә табыла...

Игеҙәк яҡташтарыбыҙҙы һәләк иткәндәрИгеҙәк яҡташтарыбыҙҙы һәләк иткәндәр
Игеҙәк яҡташтарыбыҙҙы һәләк иткәндәр

Был хәл бар илде тетрәндерҙе. Тәүҙә яңылыҡ федераль мәғлүмәт баҫмаларында донъя күрҙе. Мәскәү өлкәһендә Свитино тигән ауылда ҡот осҡос фажиғә булған: унда өс өлкән йәштәге ҡатынды үлтергәндәр, тип яҙҙылар. Ә бөгөн иһә һәләк булған ҡатындарҙың икеһе Башҡортостан кеше булыуы асыҡланды. Улар Стәрлетамаҡтан игеҙәк апалы-һеңлеле Ирина Хант һәм Наталья Козельская. Өсөнсө ҡатын - Светлана Филанович, улар Өфөлә уҡыуҙа танышҡан. Был ханымдың эшҡыуар булыуы, полимер продукция етештереү буйынса ҙур завод хужаһы булыуы билдәле.

Ҡатындарҙың үле кәүҙәһен кисә табалар. Күршеләре улар күренмәй тип хафалана һәм инеп хәлдәрен белергә була. Һәм ҡот осҡос күренешкә юлыға. Бер ҡатын баҫҡыс аҫтында подвалда табыла, уны полиэтилен пакетка һалған булалар. Ҡалған ике ҡатындың кәүҙәһе бүлмәләрҙә табыла. Енәйәтсе уларға күп тапҡыр атҡан, кәүҙәләрендә бихисап пулялар тапҡандар. Шулай уҡ ҡиммәтле әйберҙәр: аҡса, телефондар һәм йорт хужабикәһенең элиталы автомобиле юғалған.

Был хәл яҡынса 5 февралдә булған. Полиция асыҡлауынса, үлтереүсе кәртә аша ингән. Әле шик аҫтына алынған кешеләр ҙә бар. Уларҙың береһе Мәскәү өлкәһе ЮХХДИ-һы идаралығы хеҙмәткәре булыуы ихтимал. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ир Светлананан мотоцикл һатып алыуға ҙур сумма аҡса алған һәм ваҡытында бирә алмаған. Эшҡыуар ҡатын бурысын ҡаплар өсөн уның мотоциклын алған. Тап шуға үпкәләп, уны үлтергәндер, тигән фараз бар.

Ә Башҡортостандан ҡунаҡҡа килгән игеҙәк апалы-һеңлеле осраҡлы ҡорбандар булған. Тағы бер мәғлүмәт буйынса, енәйәтсе шул уҡ көндө Рәсәйҙән ҡасҡан. Тәфтиш комитеты уны ҡулға алыуҙы талап итә. Әлеге ваҡытта был эште тикшереү дауам итә.

Фото: Башинформ. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас