Хәүефһеҙлек
8 Февраль 2024, 08:30

Тағы 11 йүнәлештә юлдар ябылды!

Республиканың күп райондарында ел, һепертмә буран ҡотора, ҡар яуа, шуға ла юлға сығыуҙан тыйылып тороғоҙ. 

Тағы 11 йүнәлештә юлдар ябылды!Тағы 11 йүнәлештә юлдар ябылды!
Тағы 11 йүнәлештә юлдар ябылды!

 8 февралдә 11:00 сәғәткә ҡарата автомобиль юлдарының 10 участкаһында хәрәкәт сикләүҙәре индерелгән.

Пассажир һәм ҙур йөк ташыусы автотранспорт саралары өсөн түбәнге юл участкаларында сикләүҙәр индерелгән:

- Бәләбәй – Николаевка – Туймазы - Баҡалы 0 – 133 километрҙа (Бәләбәй, Туймазы, Баҡалы райондары);

- Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск 209 – 268 километрҙа (Белорет, Әбйәлил райондары);

- Белорет – Учалы – Мейәс 2 – 99 километрҙа (Белорет, Учалы райондары);

- Бәләбәй – Приют 2 – 31 километрҙа (Бәләбәй районы);

- Аксаков – Малиновка 0 – 5 километрҙа (Бәләбәй районы);

- Аксенов – Аксаков – Бәләбәй 0 – 39 километрҙа (Әлшәй, Бәләбәй райондары).

Дөйөм оҙонлоғо 296 километр булған өс участкала бөтә төр автотранспорт саралары өсөн хәрәкәт туҡтатылған:

- Магнитогорск – Ира 101–241 километрҙа (Баймаҡ, Йылайыр райондары);

- Юлдыбай – Аҡъяр – Сара 25 – 68, 69 – 80 километрҙа (Хәйбулла районы);

- Сибай – Аҡъяр 0 – 102- километрҙа (Хәйбулла, Баймаҡ райондары);

- Р240 Өфө – Ырымбур федераль трассаһынының 20 – 112 километрында (Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Стәрлетамаҡ райондарында).

Хөрмәтле водителдәр, республиканың күп райондарында ел, һепертмә буран ҡотора, ҡар яуа, шуға ла юлға сығыуҙан тыйылып тороғоҙ.

Фото: @bash_gibdd.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас