6 февралдә Әбйәлил районында үлемесле авария булғайны. Район-ара әһәмиәттәге юлда Daewoo Nexia машинаһы ҡапыл ҡаршы һыҙатҡа килеп сыға һәм Renault Duster автомобиленә барып бәрелә. Көслө бәрелештән һуң ике машина ла тимер өйөмөнә әйләнә. Шулай ҙа иң нығы Nexia машинаһына эләгә. Уның руле артында ултырған 19 йәшлек ҡыҙ ауыр йәрәхәттәр ала һәм табиптар килеп еткәнсе һәләк була. Икенсе машинаның водителе дауаханала.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре аварияның сәбәптәрен асыҡлау менән шөғөлләнә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, йәш ҡыҙ машинаһына идараны юғалта һәм ҡаршы һыҙатҡа килеп сыға. Ә водителдәр әйтеүенсә, юлдың был участкаһында ҡыш көнө һәр ваҡыт колея барлыҡҡа килә һәм авариялар йышая. Ә ҡар яуып торғанда, юл шарттары тағы ла нығыраҡ насарая.
“КП-Өфө” баҫмаһы йәш ҡыҙҙың кемлеген асыҡлаған. Ул 19 йәшлек Магнитогорск ҡалаһынан Юлиә исемле ҡыҙ булған. Авария көнөндә ул иртә менән эшкә, Яҡтыкүл янында урынлашҡан балалар лагерына ашыҡҡан. Ҡыҙ унда вожатый булып эшләгән. Оҙаҡламай унда балаларҙың килеүе көтөлгән һәм Юлиә шуға әҙерләнгән.
Шулай уҡ ул Магнитогорскиҙа өҫтәмә белем биреү институтында белем алған, уҡытыусы булырға, балалар менән эшләргә хыялланған.
– Юлиә “Профессионалдар” чемпионаты еңеүсеһе, бик һәйбәт студент, яҡшы вожатый ине. Изге күңелле ҡыҙҙы балалар яратты. Беҙҙең күңелдә ул шаян, асыҡ, балаларҙы яратҡан кеше булып ҡаласаҡ, – тигән уның тураһында уҡытыусылары.
“Быға ышанып булмай. Юлиә һәр саҡ беренсе ине. Отличница, матур, аҡыллы ҡыҙ. Нисек улай килеп сыҡты һуң?.." – тип ҡайғыра дуҫтары.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юл хаталарҙы ғәфү итмәй шул. Юлдарҙа һаҡ булайыҡ, ипле йөрөйөк.
Фото: КП-Өфө".