Был хәл былтыр ноябрҙә Ишембай ҡалаһында булғайны. Бер йәшлек бала ваннала һыу ингәндә батып үлде. Был саҡта уның әсәһе телефон аша ире менән һөйләшкән булған. Ирҙең вахта менән Себерҙә эшләүе билдәле.
Баланың батҡанын күргәс, әсә менән өләсәһе уны ҡотҡарырға тырышып ҡарай, тик һуң була. Ашығыс ярҙам табиптары баланың һәләк булыуын раҫлай.
Әле был эш буйынса суд булған. Ул яңылышлыҡ менән кеше үлтереү статьяһы буйынса ғәйепләнә ине. Ҡатын үҙенең ғәйебен таныған. Суд уны 10 айға иркен сикләргә тигән хөкөм сығарған. Ҡарар әле үҙ көсөнә инмәгән.
Фото: "Башинформ".