Хәүефһеҙлек
10 Февраль 2024, 07:00

Бөрөлә ир янып үлгән...

Шамонда ла көслө янғын булған

Бөрөлә ир янып үлгән...Бөрөлә ир янып үлгән...
Бөрөлә ир янып үлгән...

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортосан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 8 февралдә кисен Бөрө районының Симкә ауылында ағас йорт янған. Ведомство ҡотҡарыусылары һәм ирекле янғын һүндереү командаһы көстәре утты һүндерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, унда 1969 йылғы ир кәүҙәһе табылған.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһе фаразы буйынса, янғын көнкүреш электр ҡорамалдарын файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу арҡаһында килеп сығыуы ла ихтимал.

9 февралдә иртәнсәк Өфө районының Шамон ауылында йорт янған. Ҡотҡарыусылар ут эсенән 1980 йылғы ирҙе алып сыҡҡан һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә тапшырған.

Зыян күргән ир йоҡлап ятҡан, әгәр ҙә янғын һүндереүселәр ваҡытында килмәгән булһа, хәл фажиғәле тамамланған булыр ине. Медицина хеҙмәткәрҙәре ирҙе һаулығын тикшергәндән һуң ебәргән. Янғын сәбәбе асыҡлана.

Бәләгә тарымаҫ өсөн төндә электр приборҙарын розеткаларҙан һүндерегеҙ. Бер үк ваҡытта бер нисә приборҙы тоташтырып, электр селтәренә артыҡ көсөргәнеш бирмәгеҙ. Әгәр йортта электр сымдарының изоляцияһына зыян килһә, уны алмаштырығыҙ, тип кәңәш итә ведомство белгестәре.

Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!

Фото: mchsrb

Бөрөлә ир янып үлгән...
Бөрөлә ир янып үлгән...
Бөрөлә ир янып үлгән...
Бөрөлә ир янып үлгән...
Бөрөлә ир янып үлгән...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас