Ошо турала ҡала дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Шулай уҡ ике көн эсендә 95 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән. Уларҙа өс оло кеше менән бер бала зыян күргән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан 652 юл ҡағиҙәләрен боҙоу туҡтатылған. Шулай уҡ 42 йәйәүле ҡағиҙәләрҙе боҙған өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған.
– 21 водитель эскән килеш руль артына ултырған, ә тағы ла 19 водителдең транспорт менән идара итеү хоҡуғы бөтөнләй булмаған, – тип хәбәр итә Башҡортостандың баш ҡаланың юл полицияһы.
Юл-транспорт фажиғәләрен булдырмаҫ, башҡаларҙың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуймаҫ өсөн эскән килеш руль артына ултырмауығыҙ хәйерле. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: юл хаталарҙы ғәфү итмәй.
Фото: Светлана Маковеева