Былтыр 26 декабрҙә Иглин районында ир ҡатыны менән бергә кәйеф-сафа ҡора. Бер мәл улар үҙ-ара талашып китә һәм ҡатыны иренә хыянат итеүен таный. Асыулы ир уны туҡмай башлай. Ҡатындың хәле ауырлаша һәм ир уға "Ашығыс ярҙам" саҡыра. Табиптар уның үлемен раҫлай һәм полицияға хәбәр итә. Ир ҡылған ғәмәлен шунда уҡ таныған.
Ошо көндәрҙә иргә хөкөм ҡарары сығарылды. Ул алты йыл да алты айға иркенән мәхрүм ителеп, ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында буласаҡ.
Хәмер менән дуҫлыҡ ҡасан яҡшыға илткәне бар?
Нәсих Хәлисов фотоһы.