Хәүефһеҙлек
13 Февраль 2024, 14:00

Кемдеңдер ғәзиз кешеһе өйөнә ҡайтмаясаҡ...

Иҫерек ҡатын йәш егетте һәләк итте. 

Кемдеңдер ғәзиз кешеһе өйөнә ҡайтмаясаҡ...Кемдеңдер ғәзиз кешеһе өйөнә ҡайтмаясаҡ...
Кемдеңдер ғәзиз кешеһе өйөнә ҡайтмаясаҡ...

ЮХХДИ-нан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған ялдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә. Киске туғыҙҙа Ырымбур трактында “Судзуки” менән “Лада Гранта” машиналары бәрелешә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “Гранта” водителе, 1995 йылғы егет алған йәрәхәттәрҙән дауаханала һәләк була. Уның пассажирын һәм авария ойошторған водителде дауаханаға алып баралар.

“Судзуки” машинаһына 46 йәшлек Салауат ҡалаһында йәшәгән ҡатын идара иткән. Асыҡланыуынса, ул авария ваҡытында иҫерек булған.

“Мәғлүмәттәр базаһы буйынса тикшереү уның шундай уҡ хоҡуҡ боҙған өсөн водитель таныҡлығынан мәхрүм ителеүен күрһәтте. Сит ил машинаһы водителенә ҡарата бер нисә административ материал төҙөлгән, енәйәт эше ҡуҙғатыу тураһында мәсьәлә хәл ителә”, - тип хәбәр иттеләр төбәк дәүләт автоинспекцияһында.

Фото: ЮХХДИ. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас