Хәүефһеҙлек
13 Февраль 2024, 07:00

Сибай ҡыҙы юғалған

Әлиәне күрмәнегеҙме?

Сибай ҡыҙы юғалғанСибай ҡыҙы юғалған
Сибай ҡыҙы юғалған

Башҡортостанда 30 йәшлек Әлиә Илбулова ғәйеп булған. Ул Сибай ҡалаһынан. “Лиза Алерт” эҙәрмәндәре хәбәр итеүенсә, уның ҡайҙалығы 12 февралдән алып билдәле түгел.

Ҡатындың билдәләре: буйы 160 см, уртаса буй-һынлы, сәстәре ҡара, күҙе көрән төҫтә.

Юғалған көндө ул аҡ оҙон куртка, ҡара спорт олимпийкаһы, ҡара оҙон юбка, аҡ яулыҡ, ҡара итек кейгән булған.

Уның ҡайҙалығын белгәндәрҙән: 8-800-700-54-52 йәки 112 телефоны буйынса шылтыратыуҙы һорайҙар.

Фото: "Лиза Алерт Башҡортостан". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас