Хәүефһеҙлек
15 Февраль 2024, 10:00

Тағы ла бер йәш ҡыҙ ғәйеп булған

Лиананы күрмәнегеҙме?

Тағы ла бер йәш ҡыҙ ғәйеп булғанТағы ла бер йәш ҡыҙ ғәйеп булған
Тағы ла бер йәш ҡыҙ ғәйеп булған

“Лиза Алерт” эҙләү-ҡотҡарыу отряды ирекмәндәре Башҡортостанда юғалған йәш ҡыҙ тураһында хәбәр итә. Был юлы Өфө ҡалаһынан 20 йәшлек Лиана Нафиҡова ғәйеп булған. Ҡыҙҙың ҡайҙалығы 12 февралдән алып билдәле түгел.

Лиананың билдәләре: буйы 163 сантиметр, уртаса буй-һынлы, сәстәре ҡыҙғылт-һары төҫтә, күҙе йәшел. Ҡара куртка, джинсы салбар, аҡ ботинка кейгән булған.

Ҡыҙҙың ҡайҙа икәнлеген белгәндәрҙе 8 (800) 700-54-52 йәки 112 телефонына шылтыратыуҙы һорайҙар.

Фото: "Лиза Алерт". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас