Хәүефһеҙлек
19 Февраль 2024, 16:00

Юлда йәнә ҡорбандар

Машинанан тимер өйөмө генә ҡалған... 

Юлда йәнә ҡорбандарЮлда йәнә ҡорбандар
Юлда йәнә ҡорбандар

Бөгөн көндөҙгө өстәр тирәһендә Ғафури районында ҡурҡыныс авария теркәлә. Юлда "Форд Фокус" менән "Лада Приора" машиналары бәрелешә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аварияла ике кеше һәләк булған. Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренең эшен координациялау һәм ваҡиға сәбәптәрен асыҡлау өсөн ведомство начальнигы Владимир Севастьянов юл-транспорт ваҡиғаһы урынына барған.

Яҡынса билдәле булыуынса, авария Красноусол ауылынан алыҫ түгел ерҙә теркәлә. Сит ил машинаһы водителе ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм, автомобиленә идараны юғалтып, "Лада"ға барып бәрелә.  Һөҙөмтә аяныслы: "Приора"ның водителе һәм пассажиры һәләк булған. Урында полиция хеҙмәткәрҙәре һәм ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Улар авария сәбәптәрен асыҡлай.

Ҡышҡы осорҙа юлда йөрөү тағы ла хәүефлегә әйләнә. Ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәгеҙ. 

Фото: ЮХХДИ. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас